«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниһәйәт, ректор тәғәйенләнде!



25.06.2019 Ниһәйәт, ректор тәғәйенләнде!

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ваҡытлыса ректор вазифаһын башҡарыусы Салауат Сәғитов, имтихандар алдынан, рәсми рәүештә университет башлығы булып тәғәйенләнде. Киләһе биш йыллыҡҡа ректор һайлау буйынса фәнни-педагогик хеҙмәткәрҙәр конференцияһында БР Мәғариф министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Хөкүмәтенең эксперт – контроль идаралығы начальнигы урынбаҫары Наталья Ғиззәтуллина ҡатнашты.


Ректорлыҡҡа өс кандидат дәғүә итте: фән һәм инновация эшмәкәрлеге буйынса проректор Илья Кудинов, Тарихи һәм хоҡуҡи белем биреү институты директоры Алексей Кортунов һәм Салауат Сәғитов.
— Беҙҙең стратегик маҡсат – “Университет 3.0” проектында - Урал – Волга буйы төбәгендә лидерлыҡ һәм илдең педагогик вуздары араһында ныҡлы позиция яулау, — ти яңы ректор.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға