«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәйҙең иң яҡшы һабансылары ярыша



25.06.2019 Рәсәйҙең иң яҡшы һабансылары ярыша

Башҡортостан механизаторҙары VIII Рәсәй һабансылар асыҡ чемпионатында ҡатнаша. Илдең абруйлы аграр конкурсына иң яҡшы 45 механизатор йыйылған.


Башҡортостандың данын Мәләүез районынан Илдар Ишекәйев, Стәрлетамаҡ районынан Римир Ғиззәтуллин һәм Бәләбәй механизация һәм электрификация колледжын тамамлаусы Дарья Тураева яҡлай. Әйткәндәй, Даша – ярышта берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ.

Механизаторҙар "Самэ Дойц-Фар Руссиа" етештергән Agrolux 4.80 техникаһында ер һөрәсәк. Уларға ике корпуслы Kverneland һуҡаһы таҡтырылған. Был машиналар юғары хәрәкәтсәнлек һәм ышаныслы булыуы менән айырылып тора.

Һайлап алыу этабынан һуң, финалға 10 ер һөрөүсе сығасаҡ. Иң күп мәрәй йыйыусы еңеүсе тип иғлан ителәсәк. Бүләкләү тантанаһы 29 июнгә планлаштырылған.

Илдар Ишекәйев былтыр Суздаль ҡалаһында ойошторолған “Трактор – шоу” сараһында трактор менән идара итеү буйынса 4-се урынға лайыҡ булғайны.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға