«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Медколледж филиалы асыласаҡ



25.06.2019 Медколледж филиалы асыласаҡ

Киләһе йыл Өфөлә БДМУ-ның медицина колледжының филиалы асыласаҡ.


Уҡыу учреждениеһы Репин урамындағы элекке һөнәрселек училищеһы бинаһы базаһында урынлашасаҡ. Ошонда уҡ дөйөм ятаҡ та буласаҡ.

50-70 йылдарҙа төҙөлгән был бинаны республика властары баш ҡала вуздарына тапшырғайны. Бында ӨДНТУ һәм Республика инженер лицей-интернаты дөйөм ятаҡтары ла урынлашҡан.

Медколлеждың төнъяҡ филиалы йылына 150 урта звено медицина хеҙмәткәрҙәрен сығарырға тейеш.

Ҡала хакимиәте бинаны төҙөкләндереү йәһәтенән ярҙам вәғәҙә итә. Сөнки проект социаль яҡтан мөһим иҫәпләнә – әлеге ваҡытта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 1150 табип һәм 973 шәфҡәт туташы талап ителә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға