«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миәкә лә дауыл ҡоторған



25.06.2019 Миәкә лә дауыл ҡоторған

Кисә Миәкә районында ла дауыл ҡоторған. Көслө ел Көсөгән ауылы мәктәбенең ҡыйығын осорған.


Йәрлекәү ауылында мәктәп, Родниковкала – магазин, Ҡырғыҙ – Миәкәлә - шәхси ҡура, Никольск һәм Сатыйҙа йорттарҙың ҡыйығы дауылға бирешкән.

Ә Әнәс ауылында 1967 йылғы бер ҡатынды ихатаһында йәшен атҡан. Үкенескә күрә, ул һәләк булған.

Бөгөн дә Башҡортостанда насар һауа торошо - ҡойма ямғыр, көслө ел, йәшен, боҙ яуыуы һәм секундына 15-20 метрлыҡ көслө ел көтөлә. Иғтибарлы булығыҙ!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: 02.mchs.gov.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға