«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ватс апта" видео ҡара һәм бер юлы хәбәр яҙ



24.06.2019 "Ватс апта" видео ҡара һәм бер юлы хәбәр яҙ

Телефондан хәбәрләшеү өсөн иң популяр "ватс ап" ҡушымтаһында яңы мөмкинлек барлыҡҡа киләсәк.

Әгәр ҙә кемдер видео ролигы ебәрһә, уны күҙ ҡырыйы менән ҡарап, хәбәр яҙып буласаҡ. "Һүрәт эсендә һүрәт" режимы видео эшләп торған мәлдә чаттарҙы асырға-ябырға, көйләүҙәрҙе асырға, текст копияһы яһарға мөмкин. Был кешеләргә күпләп видео роликтары ебәреүселәргә уңайлы буласаҡ.

Чаттағы роликты ҡараған саҡта, уға кемдән килгән шуның исеме яҙыласаҡ. "Һүрәт эсендә һүрәт" режимын тиҙҙән барыһын да ҡуллана аласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға