«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уйнап алайыҡ әле!



02.07.2019 Уйнап алайыҡ әле!

Был уйын өсөн кәмендә өс команда төҙөргә кәрәк. Уны йәйге лагерҙа ял иткәндә уйнарға була.

Командалар өс колонна булып теҙелеп баҫҡас, уйынды алып барыусы барыһының да аяҡ кейемен йыйып ала. Уларҙы бер өйөмгә өйә һәм бутай. Һәр команда ағзаһы сират буйынса йүгереп килергә һәм үҙенең аяҡ кейемен эҙләп табырға тейеш. Башмағын кейеп алған уйынсы кире урынына ҡайтып, эстафетаны башҡаға тапшыра.

Ҡайһы команда тиҙерәк, шул еңеүсе.



Автор: Л. Хәлитова
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға