«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ирек Зарипов – йыл спортсыһы



14.02.2011 Ирек Зарипов – йыл спортсыһы

Мәскәүҙә 2010 йыл өсөн физик культура өлкәһендә иң яҡшы белгес исеменә уҙғарылған Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Йыл буйына дүрт номинация буйынса һайлап алыу үткәрелде – «Йыл спортсыһы», «Йылдың физкультура уҡытыусыһы», «Йыл тренеры», «Йыл ғалимы». 18 кеше еңеүсе тип табылды. «Йыл спортсыһы» номинацияһында яҡташыбыҙ, күп тапҡыр паралимпия уйындары һәм донъя чемпионы, Стәрлетамаҡ егете Ирек Зарипов исеме лә бар. Уны сираттағы ҙур уңышы менән ҡотлайбыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға