«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көпә-көндөҙ талайҙар



24.06.2019 Көпә-көндөҙ талайҙар

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Благовещенск ҡалаһында көпә-көндөҙ пенсионерканы талағандар: бер ир ҡатындың артынан һағалап килеп, уның менән бергә подъезға ингән дә, ҡолағынан алтын һырғаларын тартып алған.

Ҡатын шунда уҡ полицияға барып, ғариза яҙған. Яуызды "эҫе мәлендә" - алтын һырғаларҙы ломбардҡа тапшырғанда тотоп та алғандар.

Бурҙың һөйләүенсә, ул урамда оло йәштәге ҡатынды күреп, тәүҙә уның сумкаһын урлап ҡасырға ниәтләгән. Подъезға ингәс иһә, сумканы талап алыуы ҡыйын булыр, тип, ҡатындың һырғаларына йәбешкән.

Хет бөтөнләй биҙәүестәреңде таҡма! Ана бит, әҙәм аҡтыҡтарының күҙе төшә...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға