«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үәт, ҡыҙыҡ! (21.06.2019)



25.06.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (21.06.2019)


* * *
– Нисек йәшәп ятаһың?
– Яҡшы. Үҙемде насар тойһам, «Тиҙ ярҙам» машинаһы алып китә.
– Яҡшы тойғанда?
– Полиция.

* * *
Ике полиция хеҙмәткәре адрес буйынса барған да, бер аҙ хәлде асыҡлағас, начальниктарына шылтырата икән.
– Нимә булған унда ?! – тип һорай начальник.
– Үлтерергә маташыу. Ир, 38 йәштә, әле генә йыуылған иҙәнгә баҫҡаны өсөн бисәһе алты тапҡыр таба менән башына һуҡҡан. «Тиҙ ярҙам» хеҙмәте ирҙе дауаханаға алып китте …
– Бисәһен ҡулға алдығыҙмы?
– Юҡ әле, иҙән кипкәнен көтәбеҙ!

* * *
Бер ир силсәүиткә килә.
– Миңә ғаилә хәлем тураһында белешмә бирегеҙ әле.
– Һеҙгә ни өсөн кәрәк?
– Үҙемә ҡыҙыҡ булып китте.
* * *
Бер егет эшкә урынлашырға килгән.
– Һеҙҙең элекке эшегеҙҙән йүнәлтмә ҡағыҙығыҙ бармы? – тип ҡыҙыҡһына икән кадрҙар бүлегендә эшләгән ҡыҙ.
– Эйе. Унда миңә икенсе эш эҙләргә тәҡдим иткәндәр.

* * *
Ике әхирәт һөйләшә.
— Ринат та һәйбәт, Азат та. Икеһе менән дә йөрөй торғас, башым буталып бөттө инде. Берәүһе менән араларҙы өҙөргә ине.
Икенсе әхирәт кәңәш бирә.
— Ә һин йөрәгеңде тыңла. Күңелең нимә ти, шул кешене генә һайла.
— Йөрәгем, ирем белеп ҡалһа, үлтерә, ти…

* * *
Стоматолог:
– Ғәфү итегеҙ, яңылыш һау те­шегеҙҙе һурғанмын. Хәҙер һыҙ­лағанын һурырға тура килер инде.
– Ярай-ярай, әлдә әле һеҙ окулист түгел.

* * *
Табип:
– Ялан аяҡ йөрөү сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы.
– Һин хаҡлы, дуҫ! Ир­тәнсәк аяҡ кейе­мендә уян­һам, минең шул тиклем ба­шым ауырта.



Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға