«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Марта Мирослав Клозены үтеп китте



21.06.2019 Марта Мирослав Клозены үтеп китте

Бразилия ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы һөжүмсеһе, донъя беренселегендә 17 гол индереп, үҙ исемен донъя футбол тарихына яҙҙы.
33 йәшлек Марта, әлеге мәлдә Францияла барған чемпионатта ошо юғарылағы уңышҡа өлгәшеп, Германияның ир-ат йыйылма командаһынан Мирослав Клозены үтеп китте. Быға тиклем Клозеның иҫәбендә 16 туп ине. Марта инде үҙ карьераһында бишенсе беренселектә ҡатнаша. Ул йыйылма командаһы составында ике тапҡыр Олимпия уйындары һәм бер тапҡыр донъя чемпионатында көмөш миҙал призеры була.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға