«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Артур Әхмәтхановтың исеме мәңгеләштереләсәк



21.06.2019 Артур Әхмәтхановтың исеме мәңгеләштереләсәк

Тейешле указға БР Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Уға ярашлы, РФ һәм БР дәүләт наградалары менән билдәләнгән хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ һаҡлауҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн полицияның генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтхановтың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә түбәндәгеләр ҡушылды:

1) йыл һайын полицияның генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирын үткәреү;

2) Салауат районының Малаяҙ ауылында Артур Әхмәтхановтың бюсын урынлаштырыу;

3) Салауат районының Торналы ауылы мәктәбенә полицияның генерал-лейтенанты исемен биреү һәм таҡтаташ ҡуйыу;

4) Өфө мәктәптәренең кадет кластары араһында йыл һайын башланғыс хәрби әҙерлек буйынса полицияның генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың исемен йөрөткән конкурс ойоштороу;

5) Республика Хәрби Дан музейы майҙансығында РФ Милли гвардия ғәскәрҙәренең Федераль хеҙмәте экспозицияһын булдырыу һәм унда А.Әхмәтхановҡа арналған стенд ҡороу.

Өфө ҡала Советына яңы урамдарҙың береһенә Артур Әхмәтханов исемен биреү тәҡдим ителде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан хөкүмәтенең вице-премьеры Артур Әхмәтханов ҡаты ауырыуҙан һуң 14 майҙа мәрхүм булды. Ул енәйәт эҙләү оперуполномоченныйы вазифаһынан РФ Эске эштәр министрлығының төбәк идараһы етәксеһенә тиклем хеҙмәт юлы үтте. Күп йылдар буйы республикала ЮХХДИ һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһын етәкләне. 2018 йылдың октябрендә Артур Фәрүәз улы Башҡортостанға ҡайтты һәм бар көс структуралары эшен етәкләгән вице-премьер булып эшләне.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға