«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эльвин Грей тағы Өфөлә сығыш яһай



20.06.2019 Эльвин Грей тағы Өфөлә сығыш яһай



28 июндә Өфөлә Йәштәр көнөнә һәм V Бөтә донъя ҡоролтайына ҡарата башҡорт һәм Рәсәй эстрадаһы артистары ҡатнашлығында «Ватан» этнопаркында « Самрау Шоу» фестивале үтәсәк.
Тамашасыларҙы ҙур интерактив программа, театрлаштырылған тамаша, 3D- һүрәттәр һәм махсус эффекттар менән менән яҡтылыҡ шоуы, ҙур байрам концерты көтә. Концертта балаларҙың «Байыҡ-2019» телевизион конкурсы еңеүселәре, «Арғымак», «Бүрелар», «Рахман» этно- рок төркөмдәре, танылған ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов, йырсылар Иҙел Аралбаев, Дамир Тайыпов, Марсель Ҡотоев сығыш яһаясаҡ. Радиҡ Юлъяҡшин - Эльвин Грейҙың сығышы ла көтөлә. Ҙур сара киске сәғәт 9-ҙа башлана.
Инеү ирекле.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға