«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БДИ-нан ике тапҡыр 100-ҙәр мәрәй!



20.06.2019 БДИ-нан ике тапҡыр 100-ҙәр мәрәй!

Республикала өс уҡыусы физика һәм профилле математика буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырып, иң юғары баһа алған.


Ике тапҡыр 100-ҙәр мәрәй йыйып рекорд ҡуйыусылар —Нефтекаманан Эдуард Владимиров (Башҡорт гимназияһы), Өфөнән Роман Злобин (153-сө лицей) һәм Маргарита Сәғитова (83-сө лицей).

Әйткәндәй, илдә йылдан-йыл 100 мәрәй йыйыусылар һаны арта.

Берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабы 13 июндә тамамланды, һөҙөмтәләр 27 июндән һуң әҙер буласаҡ. 1 июлгә тиклем резерв көндәрҙә имтихан тапшырыу бара.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға