«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Роберт Заһретдиновҡа мемориаль таҡта асылды



20.06.2019 Роберт Заһретдиновҡа мемориаль таҡта асылды

Виртуоз ҡубыҙсы, РФ-ның һәм РБ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ һәм РБ мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты Роберт Абдрахман улы Заһретдиновҡа тыуған яғы — Мәсетле районының Әжекәй ауылы мәктәбендә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Уны асыу хоҡуғы Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин менән ҡубыҙсының ҡыҙы Алһыу Заһрединоваға тапшырылды.


Мәсетлелә ҡубыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы ойошторолоп килә. Һуңғы тапҡыр 2017 йылда, шәхестең яҡты иҫтәлегенә арнап уҙғарылғайны.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға