«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташыбыҙ Андрей Василевский НХЛ-дың "Везина Трофи" призына лайыҡланды



20.06.2019 Яҡташыбыҙ Андрей Василевский НХЛ-дың "Везина Трофи" призына лайыҡланды

"Салауат Юлаев" хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, әлеге ваҡытта НХЛ-дың "Тампа-Бэй Лайтинг" клубының ҡапҡаһын һаҡлаған яҡташыбыҙ Андрей Василевский уҙған миҙгелдә иң яҡшы ҡапҡасы исеменә лайыҡланып, йылда бирелә торған "Везина Трофи" призына лайыҡланды.
Ул үҙ карьераһында тәүгә ошондай ҙур уңышҡа ҡаҙанды. Василевский уҙған миҙгелдә командаһы менән 39 еңеү яулап, 53 осрашыуҙа уртаса үҙ ҡапҡаһына 2,40 гол үткәрткән.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға