«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БДИ-ны — 0 мәрәйгә



20.06.2019 БДИ-ны — 0 мәрәйгә

Әстерханда тағы бер уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын 0 мәрәйгә тапшырған.


Артем Яровойҙың да математиканан эшен сканер ҡабул итмәгән. Социаль селтәрҙәрҙә егетте яҡлап петиция ойошторолған. Быға тиклем ошо уҡ өлкәнән ике егеттең эшенә, сканер уҡый алмағанға күрә, иң түбән баһа ҡуйғайнылар. Уларҙың эштәре яңынан тикшерелде һәм тейешле баһалар ҡуйылды. Әстерхандың Мәғариф һәм фән өлкәләре министры вазифаһын башҡарыусы Виталий Гутман әйтеүенсә, ике егет математика буйынса БДИ-ла юрый дөрөҫ булмаған ручка ҡулланған.

Артем рус телен дә ошо уҡ ручка менән тултырған булған. Ә ручканы "БДИ өсөн тауарҙар" магазинынан һатып алған булған.

Әстерхан Дәүләт Думаһы депутаты Леонид Огуль, БДИ тапшырыусыларға бланк менән бергә ручка ла таратырға тәҡдим итә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға