«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниһайәт, көндәр эҫетә!



20.06.2019 Ниһайәт, көндәр эҫетә!

Һыуыҡ көндәр тамам үҙәккә үткәне. Инде йәй еттеме инде тиһәк, һыуытып, ҡырауҙар төшөп аптыратты.

Ниһайәт, ысын йәйҙе тиҙҙән күрәбеҙ. Алдағы ял көндәрендә һауа температураһы +28 - 32 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Был аҙнала республикаға көнбайыштан йылы һауа массаһы килә. Урыны менән генә ямғырҙар яуасаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға