«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ишембайға - сит ил туристарын!



20.06.2019 Ишембайға - сит ил туристарын!

Ишембай районында инвестор күмәкләп ял итеү өсөн спорт-мәҙәни комплекстарын төҙөйәсәк. Планда Тәйрүк күле тирәләй парковка, пляж зоналарын, Ҡуҡрауыҡ шарлауығы янында — туристик, Маҡар ауылында “Патриот” хәрби-патриотик лагерҙар төҙөү һәм Ишембай саңғы базаһында тау-саңғы һәм биатлон трассаларын төҙөкләндереү ҡаралған. Был проектҡа 1,3 миллирд һум аҡса һалынасаҡ, инвестор сит ил туристарын да йәлеп итәсәк. Был хаҡта "Инвестсәғәт"тә фекер алыштылар. Радий Хәбиров проекттың тәүге этабын хупланы.


Һүрәттә: Ҡуҡрауыҡ шарлауығы.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға