«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шауланы, гөрләне "Урал батыр"!



20.06.2019 Шауланы, гөрләне "Урал батыр"!

Ишембай районында үткән "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика бәйгеһенә бөтәһе 28 райондан һәм һигеҙ ҡаланан бөтәһе ике йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы килде.

Балаларҙың һәр сығышы йондоҙ балҡыуына тиң булды. Айырыуса үҫмерҙәрҙең ролде оҫта башҡарыуы, костюмдарҙың сағыулығы, декорацияларҙың байлығы онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сығыш яһаусы һәр бер йәш сәсән тасуири яттан һөйләүҙән тыш, төрлө милли музыка ҡоралында уйнап та күрһәтте.

Бәйге 17 июндә Ишембайҙа, ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда башланды. Өс көнгә һуҙылған ярыштың I туры ошо уҡ майҙанда үтте. Аҙаҡтан II турға сәсәндәр Торатау буйына йүнәлде. Изге тау итәгендә эпосты яттан һөйләүселәр һынау тотто. Бында шулай уҡ төрлө халыҡ уйындары, ярыштар уҙғарылды.

Бәйге мәлендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге гимназия-интернатынан алып Ленин проспекты буйлап Ҡала мәҙәниәт һарайына тиклем сәсәндәр парады, Вәлидиҙең Йорт-музейына экскурсия, Торатау буйында уҡ атыу, көрәш, халыҡ уйындары ойошторолдо. 18 июндә үҫмерҙәрҙе Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары “Урал легендалары” мюзиклы менән ҡыуандырҙы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға