«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бесән сабалар, сенаж һалалар



20.06.2019 Бесән сабалар, сенаж һалалар

Кисәге көнгә республикала 70 мең гектарҙа күп йыллыҡ мал аҙығы культуралары сабылған. Был планға ҡарата 16 процент.

Әле аграрийҙар 129 мең тонна сенаж әҙерләгән. Иң күбе Ауырғазы районында: бында 15,8 мең тонна тупланған. Стәрлетамаҡтар 14,1 мең, илештәр 13 мең тонна сенаж һалған.

Бынан тыш, республикала 19 мең тонна бесән әҙерләнгән.

Һөҙөмтәлә төбәктә һәр шартлы баш малға 1,1 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Бында 5,1 ц менән Ҡалтасы районы алда килә. Ауырғазыла менән Илештә был күрһәткес 4 һәм 3 центнер тәшкил итә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Сайт Минсельхоза РБ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға