«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шалина кеүек ауыр хәлгә ҡалып ҡуймағыҙ



19.06.2019 Шалина кеүек ауыр хәлгә ҡалып ҡуймағыҙ

280 мең һум кредит алған Лилиә Шалинаның өҫтөнә 4 млн 784 мең һум бурыс сыҡҡан.

Воронеж өлкәһенең Красное ауылында йәшәүсе күп балалы Лилиә Шалина 2013 йылда банктан йылына 30% менән 280 мең һум кредит ала. Был аҡса уға улын уҡытырға кәрәк була. Лилиә Шалина бер йыл дауамында теүәл генә төп бурысты һәм проценттарҙы түләп барған. Банк банкротҡа әйләнеп, Воронежда офисы ябылғас, ҡатын аҡсаны ҡайҙа түләргә белмәй, аптырағандың көнөнән түләүҙәрҙе туҡтата, әлбиттә. Ә алты йылдан һуң уға судтан повестка килә. Банктың конкурслы идарасыһы Лилиә Шалинанан 4 млн 784 мең һум аҡса талап итә – ошо алты йыл эсендә уға пенялар өҫтәлгән дә өҫтәлгән...


Интернатта тәрбиәсе булып эшләгән ҡатын был хәлдән шаҡ ҡатҡан.

– Алты йыл буйына тынлыҡ та, хәҙер шундай ҙур проценттар өҫтәгәндәр... Мин банкҡа ҡалған бурысымды - 257 мең һумды - ҡайтарырға риза, эш хаҡымдан тотоп алһындар әйҙә. 28 йыл буйына бер үк урында эшләйем, ҡасырға, йәшенеп йөрөргә уйымда ла юҡ. Ә дүрт миллион һумды ҡаплар өсөн тотош ғүмерем дә етмәйәсәк, - ти судта Лилиә Шалина. Һәм матди хәлен, ҡулында тағы ике бәлиғ булмаған баланың булыуын иҫәпкә алыуын үтенгән.

Суд уның хәленә инеп, төп һәм проценттар буйынса бурыстарҙы ҡапларға ҡарар ҡабул иткән. Был 460 мең һум була. Бынан тыш Лилиә пеняны ла түләргә тейеш. Тик идарасы талап иткәнсә 4 млн һум түгел, ә ни бары 20 мең һум. Ни бары тиһәк тә, аҡса юҡта был да байтаҡ сумма әле ул.

Һеҙ ҙә Лилиә Шалина кеүек ауыр хәлгә ҡалып ҡуймағыҙ, дуҫтар. Һәр суд та әллә кеше хәленә инә, әллә юҡ, тигәндәй...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға