«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балиғ булмағандарға ҡайһы осраҡта никахты теркәргә мөмкин?



19.06.2019 Балиғ булмағандарға ҡайһы осраҡта никахты теркәргә мөмкин?

Республикала быйыл тәүге кварталда балиғ булмаған 41 ҡыҙ никахҡа ингән. Былтыр ундайҙарҙың һаны 191-гә еткән.


Уларҙың барыһы ла, ауырға ҡалыу сәбәпле, никахын теркәй. 18 йәше тулмаған ҡыҙ ауырға ҡалһа, бала тапһа, ғүмеренә хәүеф янамаһа, гражданлыҡ никахы менән йәшәһә һәм буласаҡ атайҙы әрмегә алған осраҡта, никахты рәсмиләштереү рөхсәт ителә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға