«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хажға йыйынаһыңмы? Сертификат ал!



19.06.2019 Хажға йыйынаһыңмы? Сертификат ал!

Сертификаттар Рәсәйҙең Хаж миссияһы заказы буйынса баҫтырылған.


Быйыл тәүге тапҡыр Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларына йүнәлгән хажи һәм хажиәләр сертификат аласаҡ. Улар һыу тамғалары менән баҫтырылған. Документтың биш дәрәжәләге һаҡлыҡ кимәле бар. Сертификат, хаж ҡылырға теләүсе документтар йыйып тапшырғанда тапшырыласаҡ. Был уға хажға барырға хоҡуҡ бирәсәк.

Аккредитацияланған хаж операторы ғына тейешле сертификатты бирәсәк. Был яңылыҡ мосолмандарҙы намыҫһыҙ операторға эләгеүҙән һаҡлап ҡаласаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға