«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшһеңме? Эшләргә теләк бармы? Кешене тыңлата алаңмы?



19.06.2019 Йәшһеңме? Эшләргә теләк бармы? Кешене тыңлата алаңмы?

«Башҡортостан лидерҙары» конкурсында ҡатнаш!

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар конкурсына старт бирҙе.

«Бөгөн мөһим яңы проектты башлайбыҙ. Ул беҙгә һауа кеүек кәрәк, сөнки һәр етәксенең ике проблемаһы бар — квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайҙан табырға һәм йөҙәткес, квалификацияһы булмағандарҙан нисек ҡотолорға. Икеһен дә хәл итеү өсөн беҙ «Башҡортостан лидерҙары» конкурсын ойошторабыҙ ҙа инде. Проекттың маҡсаты — кандидаттарҙы ғәҙел, таныш-тоношһоҙ һәм коррупцияһыҙ һайлап алыу» тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә.

Республика етәксеһе конкурстың финалы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа уҙасағын хәбәр итте. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы 100 ҡатнашыусы һайлап алынасаҡ.

«Уларҙың һәр береһе үҙенең потенциалын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә була. Ә беҙ иһә республикаға үҫешергә ярҙам итергә һәләтле профессионалдар алырбыҙ. Бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем һәм конкурс еңеүселәрен Туҡай урамы, 46-сы йортта түҙемһеҙлек менән көтәм, бергәләп эшләрбеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта:
http://leaders.bashkortostan.ru/





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға