«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мария Шарапова кортҡа ҡайтты



19.06.2019 Мария Шарапова кортҡа ҡайтты

Донъяның билдәле тенниссыһы Мария Шарапова ярты йылдан һуң, ниһайәт яратҡан шөғөлөнә ҡайтты.
Ул йыл башында Санкт-Петербургта уҙған бәйгелә йәрәхәт алып, турнирҙан баш тартҡайны. Һәм бына хәҙер һауығып, Испаниялағы бәйгелә старт алды, һәм беренсе әйләнештә дәғүәсеһен отто. Киләһе дәғүәсеһе булып Германияның билдәле спортсыһы Ангелик Кербер буласаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға