«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәлки бер нисә тиҫтә йылдан Олимпия уйындары булмаясаҡ...



19.06.2019 Бәлки бер нисә тиҫтә йылдан Олимпия уйындары булмаясаҡ...

Оҙаҡламай, бәлки 10 йылдан Олимпия уйындары уҙғарыу урыны ла табылмауы мөмкин.
Сөнки элек уны үҙ илендә ҡабул итеү өсөн бер нисә ил үҙ-ара талашһа, хәҙер киреһенсә ҡасыу яғын ҡарайҙар… Был күренеш, 2022 йылда буласаҡ Ҡышҡы Олимпия уйындарын үҙ илендә ҡабул итергә йыйынған претенденттарҙан башланды. Ярышҡа сыҡҡан алты илдән, Ҡаҙағстан менән Ҡытай ғына ҡалды. Польша, Украина, Швеция һәм Норвегия вәкилдәре ни сәбәптер кандидатураларын алып өлгөрҙө. Һөҙөмтәлә Ҡытай еңде. Уныһы ярай, була торған хәл ти. Тик бына тағы ла шул уҡ хәл ҡабатланды. 2026 йылда буласаҡ Олимпия уйындарын үҙендә күрергә теләгән ете илдән йәнә ике генә ил (Италия менән Швеция) ҡалды. Улары ла ҡасып китмәҫ борон, Халыҡ-ара Олимпия комитеты ул илдәргә әллә ни баҫым яһамаҫҡа булды. Финанс гарантияларын ваҡытында бирмәһә лә, уларға ваҡытын оҙайтты. Киләсәктә улар был хәтлем ҙур спорт байрамынан ҡалмаҫ өсөн бер нисә илгә бүлеп бирмәкселәр





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға