«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандан 196 мосолман хажға юлланасаҡ



19.06.2019 Башҡортостандан 196 мосолман хажға юлланасаҡ

Өфөнән ғәрәп, рус, татар һәм башҡорт телдәрен белгән етәксе менән һәр береһе 49 кешенән торған дүрт төркөм юлға сыҡасаҡ. «Төркиә һауа юлдары» самолеты Истанбулда күсеп ултырғандан һуң диндарҙарҙы Шарджаға, ә унан автобус менән ғибәҙәт ҡылыу урынына илтәсәктәр.

Осоштар 26, 28, 29, 31 июлдә күҙаллана. «Болғар-тур» рәсми хаж операторы юлламаһының уртаса хаҡы — 180 мең һум. Сәғүд Ғәрәбстанында өҫтәлгән хаҡҡа һалым индерелеүе, ҡунаҡ йыйымының 7,5 процентҡа артыуы сәбәпле 2019 йылда хаж уртаса 250 долларға ҡиммәтләнгән, ә яғыулыҡҡа хаҡтың күтәрелеүе арҡаһында трансфер ҡыйбатланған.

Хаж ғәмәлен ҡылыусылар 20, 22, 23 һәм 25 августа әйләнеп ҡайтырға тейеш.

Сәғүд Ғәрәбстанының Рәсәйгә быйылғы хаж өсөн бүлгән дөйөм квотаһы 20 мең 500 кеше тәшкил итә. Шулай уҡ Рәсәйҙең хаж-миссияһы ғибәҙәт ҡылырға теләүселәрҙең артыуына бәйле биш мең кешегә өҫтәмә квота һораған.

Хажды ойоштороу тарихында тәүге тапҡыр Мәккәгә һәм Мәҙинәгә юлланған мосолмандарға шәхси сертификаттар биреләсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға