«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөгә исем юллайбыҙ



19.06.2019 Өфөгә исем юллайбыҙ

Өфөгә тиҙҙән маҡтаулы исем бирелеүе ихтимал. Әле был мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙар бара, тәҡдимдәр ҡабул ителә.

Баш ҡалабыҙға халыҡ-ара почетлы исем юллайбыҙ. «Город трудовой доблести и славы» тип атала ул.
Был юғары баһа фашизмды еңеүҙә күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлыҡтары һәм ҡаҙаныштары өсөн ҡалаларға бирелә.

Әле Рәсәйҙең 24 ҡалаһы ошо исемде йөрөтә. Беҙҙең Өфө лә лайыҡлы.

Бөйө Ватан һуғышы йылдарында баш ҡала илдең терәк төбәгенә әйләнә. Беҙгә 40-тан ашыу предприятие эвакуацияланып күсә, уҡыу йорттары, ғилми учреждениелар килә, әлбиттә, кешеләр ҙә ошонда һыйына.

Өфө Еңеү өсөн күп эшләй - быныһы бәхәсһеҙ.

Ҡала халҡынан тәҡдимдәр 1 августҡа тиклем түбәндәге адрестар буйынса ҡабул ителә:

- Өфө ҡалаһы, 450098, Октябрь проспекты, 120.
- электрон адрес: op@ufacity.info.
- телефон +7 (347) 279 03 61.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға