«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Башҡортостан Башлығы Барабаш" - нисек яңғырай?



19.06.2019 "Башҡортостан Башлығы Барабаш" - нисек яңғырай?

Быйыл 8 сентябрҙә үтәсәк Башҡортостан Башлығын һайлау кампанияһы ҡыҙыулыҡ ала. Партияларҙан кандидаттар һаны, моғайын, бер тиҫтәгә етер. Үҙ-үҙен күрһәтеүселәр ҙә йыйылыр әле...

Ошо көндәрҙә "Гражданская сила" партияһы ла үҙ кандидатын тәҡдим итте. Улар Ҡала проекттарын үҫтереү фондының етәксеһе Владимир Барабашты күрһәтте.

Барабаш әфәнде БР Үҙәк һайлау комиссияһына документтарын тапшырған. 39 йәшлек был буласаҡ кандидат. Тотош республикаға билдәле эше юҡ шикелле әлегә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға