«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин Жан-Мишель Кустоға нимә тип яуап бирер икән?



19.06.2019 Владимир Путин Жан-Мишель Кустоға нимә тип яуап бирер икән?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың хайуандар донъяһына ҡарата ла яҡшы мөнәсәбәтен беләбеҙ.Ул ҡайҙа барһа ла, йәнлектәргә битараф түгеллеген күрһәтә. Кешеләр ҙә был темаға уға һорауҙар биреп кенә тора. Иртәгә буласаҡ "тура линия"ға океанолог Жан-Мишель Кустоның мөрәжәғәт итеүе ғәжәп түгелдер.

Кусто әфәнде Приморье крайындағы "кит төрмәһе" буйынса борсолоуын белдергән һәм Президенттан ҡарар биреүен көтә.

"Прошу вас принять окончательное решение об освобождении всех косаток и белух в бухте Средняя и возвращении их в районы их традиционного местообитания, как было рекомендовано в качестве оптимального варианта российскими учеными консилиума и нашей международной командой. Если вы примете такое решение, для меня будет честью лично встретиться с вами и вашей командой, чтобы обеспечить успешный выпуск", - тип яҙған Жан-Мишель Кусто.

Владимир Путин февралдә махсус биктә тотолған һыу хайуандарын артабан нишләтергә була тигән мәсьәлә менән ғалимдарға, РФ Ауыл хужалығы, Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлыҡтарына күрһәтмә биргән. Майҙа Приморье властары косаткаларҙы, белухаларҙы иреккә ебәрергә мөмкинлеген белдерҙе.
Уларҙы рөхсәтһеҙ тотҡандар ҙа, тик браконьерҙарҙан тартып алырға ярамай, имеш. Шуға бахыр "ҙуур балыҡтар" ҡамауҙа аҫрала. Бына һиңә проблема!

Иртәгә эфирҙы ҡарарға онотмағыҙ. Ошо мәсьәлә хәл ителерме? Путин Кустоға нимә тип яуаплар? Илдәге башҡа проблемалар тураһында ни әйтелер?



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға