«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбей-бабайҙарҙы асыуландырмауың хәйерле



19.06.2019 Әбей-бабайҙарҙы асыуландырмауың хәйерле

Мәскәүҙең Басман судында аферист асыуланған әбей-бабайҙарҙан ҡурҡып, үҙен ситлеккә бикләүҙәрен һораған.

Бөгөн, 18 июндә, Буланов атлы ирҙе мутлыҡтары өсөн хөкөмгә тарттырыу маҡсатында суд ултырышы башланған. Ултырышҡа Булановтан зыян күргән 86 пенсионер килгән. Тинләпме, әллә һумлапмы, һәр хәлдә ҡәҙерләп кенә йыйған аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаҡҡан әбей-бабайҙарҙың шул тиклем ныҡ енләнгәнен күргәс, аферист ҡурҡышынан ситлеккә инеп ултырыуҙы хуп күргән.

Асыулы әбей һәм бабайҙар күпте күргән, күпте кисергән таяҡтары менән ҡабырғаларҙы һанай башлаһа, әйтмәксе лә, сығып ҡасыр урын тапмаҫһың...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға