«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ер тынысһыҙ әле ул...



18.06.2019 Ер тынысһыҙ әле ул...

Японияның Ниигата ҡалаһы тирәһендә (ул Япон диңгеҙе буйында урынлашҡан) көслө ер тетрәү теркәлгән.
Әлеге мәлдә цунами тураһында иҫкәртеү таратыла.


Ер тетрәү һөҙөмтәһендә Ниигате менән Ямагате ҡалаларының тимер юлдарында хәрәкәт туҡтатылған.
Әйткәндәй, 17 июндә Ҡытайҙа теркәлгән ер тетрәүҙәр һаманғаса дауам итә. Ҡорбандар һаны ла арта...

Башҡортостанда ла ер тетрәүҙәр булыуы ихтимал. Мәҫәлән, былтыр 5 сентябрҙә Өфө, Белорет һәм Салауат райондары халҡы таңға ҡарай (сәғәт 4 менән 5 араһында) ер һелкенгәнгә ҡурҡып уянды.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға