«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөгә 100-ҙән ашыу дәүләттән килделәр



18.06.2019 Өфөгә 100-ҙән ашыу дәүләттән килделәр


Бөгөн баш ҡалабыҙҙығы «Торатау» конгресс-холында хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуап биргән юғары вәкилдәрҙең 10-сы Халыҡ-ара осрашыуы башланды. Унда 100-ҙән ашыу дәүләттән вәкилдәр йыйылды. Иң ҙур делегация – 50 кеше Ҡытайҙан килгән. Форумды асыуҙа Рәсәйҙең Именлек советы секретары Николай Патрушев, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Николай Патрушев билдәләүенсә, халыҡ-ара осрашыу һәр ваҡыттағыса абруй менән файҙалана, һәм бөгөн ул Европа, Америка, Африка, Фарсы ҡултығы, Яҡын Көнсығыш, Көньяҡ-Көнсығыш һәм Төньяҡ-Көнсығыш Азия һәм донъяның башҡа төбәктәренән 119 дәүләтте берләштерә.Һәр осрашыуҙың көн тәртибе ҡатнашыусы илдәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, алда уҙған конференцияларҙың йомғаҡтары буйынса төҙөлә.
«Башҡортостан ерендәге конференцияла һөҙөмтәле аралашыуҙан тыш, ошо ҙур иҡтисади һәм экспорт ҡеүәтенә эйә һоҡланғыс төбәк менән танышыуҙан онотолмаҫ тәьҫораттар ҙа алырбыҙ, тип ышанам», — тине үҙенең сығышында Николай Патрушев һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа форумды ойоштороуҙа ярҙам һәм ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт әйтте.

Башҡортостан етәксеһе мәртәбәле сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, форумдың халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа булышлыҡ итеүенә ышаныс белдерҙе. Беҙҙә тотороҡло социаль-иҡтисади хәл булыуына ҡарамаҫтан,республиканың именлекте тәьмин итеүҙә яңы технологияларҙы һәм тәжрибәне өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

Бөгөн делегация вәкилдәре милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм гибрид янауҙарының артыуы шарттарында дәүләттәрҙең тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләһен тикшерҙе. Мәртәбәле ҡунаҡтар республиканың инвестиция проекттары, хәүефһеҙлектең интеллектуаль системалары, яңы ҡорал өлгөләре күрһәтелгән күргәҙмә менән дә танышты Осрашыуҙың икенсе көнөндә ғәҙәттән тыш гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә халыҡ -ара хеҙмәттәшлек һәм уны үҫтереү мөмкинлектәрен өйрәнеүгә арналасаҡ. Һуңғы көндә «түңәрәк өҫтәл»дәр уҙғарыласаҡ.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға