«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Түләүҙәрҙән ҡотолған "льготник"тар исемлеге яңыртылды



18.06.2019 Түләүҙәрҙән ҡотолған "льготник"тар исемлеге яңыртылды

Бөгөндән өр-яңы закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, ҡайһы бер категория граждандары төрлө түләүҙән азат ителә.

Капиталь ремонтҡа, торлаҡты тотоуға, газға, йылылыҡҡа, сүп-сар сығарыуға, ғөмүмән, коммуналь хеҙмәттәргә түләмәүселәр рәтенә түбәндәгеләр инә:
- Советтар Союзы, Рәсәй геройҙары,
- Дан орденының тулы кавалерҙары,
- Рәсәйҙең Хеҙмәт геройҙары,
- Хеҙмәт даны орденының тулы кавалерҙары,
- Социалистик хеҙмәт геройҙары.

Шулай уҡ улар менән бергә йәшәүсе хеҙмәткә яраҡһыҙ кешеләр ҙә түләүҙән азат ителеүе бар, быныһын ентекле белешергә кәрәк.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға