«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шарҙар ниндәй төҫтә?



18.06.2019 Шарҙар ниндәй төҫтә?

Ни сыҡһа Американан сығыр. Ошо көндәрҙә бер ғалим интернетҡа һүрәт һалған. Унда горизонталь һыҙаттар һәм төрлө төҫлө шарҙар урын алған. Ысынбарлыҡта иһә шарҙар бер үк төҫтә. Быны күрер өсөн ентекләп ҡарарға һәм башҡа бер нимә тураһында ла уйламаҫҡа кәрәк.

Белгестәр әйтеүенсә, һүрәттәге әйберҙәр бер-береһенә ҡарата нисек урынлашыуынан сығып кеше күҙе төҫ таный. Шарҙар төрлө төҫлө һыҙаттар араһына ҡуйылған, шуға ла улар төрлө төҫлө булып күренә.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға