«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин "тура линия"ға әҙерлеген тамамлай



18.06.2019 Владимир Путин "тура линия"ға әҙерлеген тамамлай

Владимир Путин "тура линия"ға әҙерлеген тамамлайАлдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ менән тура эфирҙа 20 июндә Мәскәү ваҡыты менән 12:00 сәғәттә аралаша башлаясаҡ.

Ил башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, Владимир Владимирович эфирға әҙерлекте тамамлаған тиерлек.

Беләһегеҙ, Президент бындай сараға етди ҡарай. Ғөмүмән, уның етди ҡарамаған тармағы, эше юҡ та ул, әммә ҡайһы берҙә төбәктәр йә федераль ведомстволар түрәләре генә эште боҙоп ҡуя. Йә бурысын үтәмәй, йә урлаша, тигәндәй. "Тура линия"ла ундайҙар асыҡланыр әле.

Кремлдән белдереүҙәренсә, Президентҡа 800 000 самаһы мөрәжәғәт килгән.
Ҡабатлап бәйләнеш сығанаҡтарын яҙабыҙ:

- СМС или ММС на номер 04040 с телефонов российских операторов связи,
- moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) или специальное мобильное приложение,
- через соцсети «ВКонтакте» и «Одноклассники».
- во время прямого эфира можно выйти на видеосвязь со студией через приложения «Москва – Путину» и «ОК Live».
Бесплатный телефон Единого центра обработки сообщений из любой точки России: 88002004040.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға