«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров вахтовиктарҙы йыйып алырға ниәтләй



17.06.2019 Радий Хәбиров вахтовиктарҙы йыйып алырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Мәскәү аэропортында яҡташ вахтовиктар менән осрашҡан.

- Миңә йәш, матур егеттәр килде, һөйләшеп киттек. Эйе, улар яҡшы хеҙмәт хаҡы ала, әммә барыһы ла тыуған яғында эшләргә теләй, - тине республика етәксеһе бөгөнгө оператив кәңәшмәлә.

Вахтасылар темаһы - күп яҡлы һәм етди ул. Радий Хәбиров вахта ысулы менән эшләүселәрҙе сәй өҫтәле янына йыйып алып, ихтыяждары, пландары, ундай эште һайлауҙарының сәбәптәре хаҡында һөйләшергә тәҡдим итте.

Башҡортостан хеҙмәт мигранттары һаны буйынса беренсе урында тора. Даими рәүештә эшкә 150 мең кеше китә, уның 100 мең самаһы Ханты-Манси автономиялы округы төбәктәренә.

Эшсе-вахтовиктарҙың иң күбе Хәйбулла, Йәрмәкәй, Краснокама, Мәсетле райондарынан. Шулай уҡ Силябе өлкәһенә яҡын башҡа райондарҙан.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға