«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бишәүгә тағы икәү ҡушылды



17.06.2019 Бишәүгә тағы икәү ҡушылды

Етәү булып киттеләр. Башҡортостан башлығына кандидаттарҙы әйтәм. Рәсми исемлеккә нисәүһе эләгер ҙә, һуңғы иләктән кемеһе ҡалыр?


"Рәсәй патриоттары" партияһының төбәк бүлексәһе Рәфис Ҡадировты күрһәтергә булды.

Был шәхесте беләһегеҙме? Хәтерләгеҙ әле: "Восток" банкы, депутат, 1991 йылда БР Президентына кандидат, Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат...

"Яблоко" партияһы Зөлфиә Ғайсинаны күрһәтте. Ул - юрист. Башлыса "алданған өлөшсө"ләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы булараҡ билдәле.

Тағы кемдәр, әйҙәгеҙ, беҙ көтәбеҙ?






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға