«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Малкинды Магнитогорскиҙа көтәләр



17.06.2019 Малкинды Магнитогорскиҙа көтәләр

"Металлург" командаһы вице-президенты Геннадий Величкин әйтеүенсә, билдәле хоккейсы Евгений Малкиндың оҙаҡламай тыуған яғына ҡайтасағына шиге юҡ.
Ул белдереүенсә, уның ул хаҡта уйлауы бөтәһенә лә билдәле. 32 йәшлек үҙәк һөжүмсе НХЛ-дың "Питтсбург" командаһында инде 12 миҙгел уйнап, улар составында өс тапҡыр Стэнли кубогын яулай. Уның клуб менән тағы ла өс йылға килешеүе бар. Контракты бөткәс, күптәр уйлауынса, Малкин Магнитогорскиға ҡайтасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға