«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, хөрмәтле уҡытыусылар, мәктәп директорҙары!



18.06.2019 Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, хөрмәтле уҡытыусылар, мәктәп директорҙары!

2019 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу тамамланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әйтергә кәрәк, хәлдәр насар, былай барһа, «Йәншишмә» күп уҡыусыһын юғалтасаҡ. Әйҙәгеҙ, балаларыбыҙға гәзиткә яҙылырға ярҙам итәйексе.

Беҙҙе иң ныҡ аптыратҡан район, ҡалалар бар. Мәҫәлән, Архангелдә, Бөрөлә, Балтаста, Благоварҙа, Мишкәлә, Краснокамала, Тәтешлелә, Яңауылда, Ағиҙел, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында балалар баҫмаһына 1-әр кеше генә яҙылһа, Бишбүләк, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Кушнаренко, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка, Шаран райондарында «Йәншишмә»не бөтөнләй алдырыусы юҡ. Һаман да яҙылып өлгөрмәгәндәр. Уянайыҡ, битарафлыҡ күрһәтмәйек, ҡәҙерле дуҫтар, милләттәштәр! Улдарыбыҙҙы, ҡыҙҙарыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер гәзитебеҙҙән мәхрүм итмәйексе!

«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 82 һум 31 тин, ярты йылға – 493 һум 86 тин. Индексы – П2765.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға