«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй халҡы ни өсөн балаһының 18 йәшкә тиклем үк эшләй башлауын теләй?



17.06.2019 Рәсәй халҡы ни өсөн балаһының 18 йәшкә тиклем үк эшләй башлауын теләй?

Социологтар тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң шундай һығымтаға килгән: Рәсәй кешеләре балаларының 18 йәше тулмаҫ борон уҡ тәүге эш тәжрибәһен алыуын теләй.

Ябайыраҡ әйткәндә, 18 йәшең тулыуға һин ҡайҙалыр үҙаллы аҡса эшләгән булырға тейешһең. Ата-әсәйең быға шат булыр ине.

Һорашыуҙарҙа ҡатнашыусы 1,5 меңдән ашыу кешенең 83 проценты үҫмерҙәргә ниндәйҙер эш биреү яҡлы. Өҫтәүенә, социологтарҙың һорауҙарына яуап ҡайтарыусыларҙың 74 проценты 18 йәшкә тиклем эшләгән. Кемеһе - колхоз-совхозда (14 проценты), кемеһе - заводтарҙа (һигеҙ проценты), кемеһе - сауҙа өлкәһендә (ете проценты).

Эштән берәү ҙә үлмәгән, тип ебәрә ололар. Беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр, бабайҙар бик иртә эш башлаған, аҡсаға ла түгел, "таяҡ"ҡа (хеҙмәт көнө шулай иҫәпләнгән) тир түккәндәр.

Ә ни өсөн балағыҙҙың иртә эшләй башлауын теләйһегеҙ? - тигән һорауға яуаптар былай булған: беренсенән, аҡсаһы була, икенсенән, хеҙмәткә өйрәнә, өсөнсөнән, кеше эшен ихтирам итә башлай, дүртенсенән, телефонға йә компьютерға текәлеп ултырмай.

Шулай ҙа, балалар уҡырға тейеш, тиеүселәр ҙә күп. Былай ҙа мәктәптә дәрестәр етерлек. Эшләп өлгөрөр әле. Ә эш, ҡайһы саҡта, өлкәндәргә лә етмәй...

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға