«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин: Рәсәй һәм Азия төбәге - глобаль үҫеш локомотивы



17.06.2019 Владимир Путин: Рәсәй һәм Азия төбәге - глобаль үҫеш локомотивы

Ошо көндәрҙә Тажикстанда ҙур саммит үтте. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты.

Азияла үҙ-ара бәйләнеш һәм ышаныс саралары кәңәшмәһенең йыйынына 27 илдән килгәйнеләр. Глобаль һәм төбәктәр хәүефһеҙлеге, стратегик тотороҡлолоҡ, иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлек кеүек етди темалар ҡаралды.

Путин пленар ултырышта сығыш яһаны.

"Беҙҙең форум бөтә Азия киңлегендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Рәсәй ҙә ныҡлы бәйләнеш булдырыуға ынтыла. Тотороҡлолоҡҡа көрсөк хәлдәрҙе көйләгәндә, террор хәүефенә эҙмә-эҙлекле ҡаршы торғанда ғына ирешергә була. Террорсыларҙы күп халыҡты ҡыра торған химик, биологик һәм башҡа төр ҡоралдарға яҡын юллатмаҫ өсөн тырышыу мөһим", - тине Рәсәй Президенты.

Ул Афғанстандағы, Сүриәләге хәл-торошто яйлау мәсьәләһенә лә туҡталды. Был йәһәттән Рәсәй күп нәмә эшләй. Шулай уҡ Корея ярымутрауындағы көрсөктө лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Ирандың ядро программаһы буйынса эшенә иғтибар итергә.

Путин шулай тине:"На сегодняшний день наш регион является локомотивом глобального роста. Здесь расположены крупные промышленные и технологические центры, сосредоточены мощные финансовые, людские, интеллектуальные ресурсы. В совокупности всё это даёт региону уникальные конкурентные преимущества, и такими преимуществами надо пользоваться в полной мере ради общего блага для обеспечения устойчивого и динамичного развития".

Әйткәндәй, 15 июндә Ҡытай башлығы Си Цзиньпинға 66 йәш тулды. Владимир Путин, уның яҡын дуҫы булараҡ, ҡотланы һәм бүләктәрен тапшырҙы. Улар араһында Си әфәнде яратҡан туңдырма тулы бер ҡумта ла бар ине.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға