«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ЛДПР ҙа кандидатын күрһәтте



16.06.2019 ЛДПР ҙа кандидатын күрһәтте

Беләһегеҙ, 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡбыҙ. Шуға ла әлегә Радий Хәбиров "ваҡытлыса башҡарыусы" ("врио") булып йөрөй.

Ошо арала ЛДПР-ҙың урындағы бүлексәһе Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухаревты кандидаты итеп күрһәтте.

Был яҡташыбыҙҙың һайлау алды программаһы әҙер, ул "Халыҡ бойороҡтары" ("Народные приказы") проекты тураһында ла иғлан итте.

Кандидаттар байтаҡ йыйылды түгелме һуң?

"Берҙәм Рәсәй"ҙән - Радий Хәбиров, КПРФ-тан Юнир Ҡотлоғужин, "Ғәҙел Рәсәй"ҙән - Юрий Игнатьев (әлеге өсәү менән таныштырып тороу кәрәкмәй), "Йәшелдәр"ҙән - Сания Тимасова (модель агентлығы етәксеһе, бьюти-блогер, 31 йәшлек), "Рәсәй пенсионерҙары партияһы"нан - Владимир Кобзев (блогер, 50 йәшлек, урта һөнәри белемле, сауҙа тармағындағы фирма директоры).

Исемлек бының менән генә тамамланмаҫ әле. Ишетеүебеҙсә, "Башҡорт" ойошмаһынан да кандидат буласаҡ, әммә ҡайһы партиянан күрһәтелере билдәһеҙ.

Беҙҙе был сәйәси ваҡиғаға бәйле "эҫе йәй" көтә түгелме?






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға