«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алһыуға - халыҡ, Сергей Приказчиков менән Ринат Рамазановҡа атҡаҙанған



15.06.2019 Алһыуға - халыҡ, Сергей Приказчиков менән Ринат Рамазановҡа атҡаҙанған

Баш ҡалала байрам дауам итә. "Евразия йөрәге" халыҡ-ара фестивале бара.

Халыҡ кисә лә Конгресс-холл түбәнендәге амфитеатрҙа мыжғып торҙо. Сағыу концерт, Республиканы ҡотлау, танышыу-күрешеүҙәр - барыһы ла көр кәйеф өҫтәй.

Сәнғәт оҫталарына бер ыңғай лайыҡлы баһалар ҙа бирелде.

Алһыу (Алсу, Алһыу Сафина, Алһыу Абрамова) хәҙер Башҡортостандың халыҡ артисы. Яҡташыбыҙ, "Пицца" төркөмө солисы Сергей Приказчиков һәм "Арғымаҡ"тан Ринат Рамаҙанов - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары.

Моғайын, йырсыларыбыҙ ҡәнәғәттер. Уларға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com. Автор коллажы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға