«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Журналистар Ш.Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды



14.06.2019 Журналистар Ш.Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды

Бөгөн республикала БР матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо айҡанлы Өфөнөң Матбуғат йорто алдында урынлашҡан күренекле дәүләт эшмәкәре, журналист, яҙыусы Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәленә сәскәләр һалыу үтте.

Тантанала "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто директоры Венера Хәкимова, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, журнастика ветераны Марсель Сәлимов, республика гәзит-журналдары мөхәррирҙәре, хәбәрселәре, хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға