«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Самауыр янында” бергә булайыҡ!



17.06.2019 “Самауыр янында” бергә булайыҡ!

“Юлдаш” радиоһының тапшы­рыуҙары араһында “Самауыр янында” тип аталған көндәлек программа айырым урын алып тора. Ул төбәктәрҙә бер донъя, бер мөрйә булып йәшәгән бөтә ғаилә бер табын артына йыйылған ваҡытта, төшкө аш мәлендә, сыға.

Эфирҙа төшкө программалар йолаһы беҙҙә күптән килә. Уны тормошто бөтә тулылығында тойған, ҙур тәжрибәгә эйә журналистар Нурия Абдуллина, Миләүшә Ғәлиева, Зөлфиә Рәхмәтуллина, Зөһрә Арсаева, Гүзәл Зарипова алып барҙы.

Бөгөн дә “Самауыр янында” программаһы менән эфир ҡоса­ғына йәшәйешебеҙҙең мөмкин тиклем күберәк өлкәһен, йүнәлешен, ваҡиғаһын һыйҙырырға тыры­шабыҙ.

Темаларыбыҙ араһында төрлөһө бар – рухыбыҙҙы нығытыусылары ла, йәмәғәтселекте күптән бор­соғандары, тормошсандары ла. Көндәлек актуаль темаларға ла иғтибар итәбеҙ. Дин, фәлсәфә, тәбиғәт, ғаилә, мәҙәниәт-сәнғәт, эшҡыуарлыҡ, сәләмәтлек, йорт-ихата-ҡаралты һәм башҡаһына ла урын бар бында.

Бөгөн “Самауыр янында” прог­раммаһына ҡағылышлы эфир йөгөн алып барыусылар Нурия Кинйә­баева менән Гөлназ Хәлитова күтәрә.
Темалар буйынса радио­һөй­ләшеүҙәргә береһенән-береһе шәп ҡунаҡтар, үҙ өлкәһенең оҫталары, белгестәр саҡырыла. Мәғлүмәт биреүҙән тыш, тыңлау­сыларҙың көндәлек тормошон йәмләү, йәнле аралашыу аша йәшәйештәрен тойоу маҡсатын да алдыбыҙға ҡуябыҙ.

Дуҫтарыбыҙ тура эфирҙа ойош­торолған көндәлек әңгәмәләргә 285-77-85 телефоны йәки, 89371675466 һандарын йыйып, ватсап ҡушымтаһы аша ла ҡушыла. Самауыр янында ла бергә булайыҡ!

Интернеттағы адресыбыҙ – юлдашфм.ру





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға