«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иҫ киткес шәп байрамдан автобустар бушлай алып ҡайтасаҡ



14.06.2019 Иҫ киткес шәп байрамдан автобустар бушлай алып ҡайтасаҡ

Өфөлә байрам дауам итә. Үәт, бөгөн буласаҡ ул шәп шоу!

"Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә бер ыңғай Башҡортостандың 100 йыллығына арналған "Алға, Башкирия! Вперед, Башҡортостан!" тигән концерт ойошторола.

Киске сәғәт 7-лә беҙҙең өсөн генә Радик Юлъяҡшин, Мәскәүҙән Zaman төркөмө, "Голос" проекты финалисы Рушана Вәлиева, БР Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Роберт Юлдашев, Алһыу һ.б. сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ.

23:00 сәғәттә иҫ китмәле сағыу фейерверк буласаҡ. Ойоштороусылар 11 мең залп, 150 метр бейеклектәге "салют көлтәһе" вәғәҙәләй. Кемдәр сәхнәгә яҡыныраҡ улар "Уфа" тигән яҙыуҙы ла күрәсәк.

Тик байрам урынына, Салауат һәйкәле янына, барыр өсөн ҡайһы урамдан үтергә алдан билдәләп ҡуйығыҙ. Сөнки

18:00 менән 00:00 араһында түбәндәге урамдар ябыла:
– Зәки Вәлиди (Совет урамынан Ғафуригәсә);
– Ғафури (Зәки Вәлидиҙән Пушкинға);
– Пушкин (Совет урамынан Ғафуригә);
– Аксаков (Пушкиндан Зәки Вәлидигә);
– Карл Маркс (Пушкиндан Туҡайға);
– Совет (Пушкиндан Зәки Вәлидигә);
– Театраль.

Ә иң күңеллеһе байрамдан ҡайтыу буласаҡ - "Башавтотранс" халыҡты бушлай ташый. Автобустар Зәки Вәлиди урамының уң яғынан ҡуҙғала. Дим, Сипайлово, Зеленая Роща, Затон, Черниковка йүнәлешендә.

Түләүле маршруттар Пушкин урамынан китә.

Байрам иртәгә лә дауам итәсәк!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға