«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөрөнән, Яңауылдан Өфөгә барыусылар һаҡ булығыҙ!



14.06.2019 Бөрөнән, Яңауылдан Өфөгә барыусылар һаҡ булығыҙ!

14-17 июндә Өфө-Бөрө-Яңауыл юлында хәрәкәт сикләнәсәк.

Атап әйткәндә, 33-сө һәм 41-се саҡрымдары буйлап өс көн дауамында машиналарға үтеү тыйыла. Сәбәбе - был маршрут буйлап ауыр йөклө автопоезд үтәсәк. Уның киңлеге 5 метрҙан аша, бейеклеге 6 метрға етә, ә тиҙлеге сәғәтенә 5 саҡрымдан артмаясаҡ.

Автопоезд үткәндә уны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күҙәтәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға