«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ғәскәровсылар"ҙа - яңы етәксе



13.06.2019 "Ғәскәровсылар"ҙа - яңы етәксе

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле коллективын яңы етәксе - Алмас Сәйетов менән таныштырҙылар.

Алмас Рәсих улы Сәйетов - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ул 1966 йылда тыуған, 1991 йылда Өфө дәүәт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын һәм "Башҡортостан" дәүләт концерт залын етәкләгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға