«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли кейемдәрегеҙ әҙерме, йәмәғәт?!



11.06.2019 Милли кейемдәрегеҙ әҙерме, йәмәғәт?!

Һәммәгеҙҙе лә сағыу халыҡ байрамында ҡатнашырға саҡырабыҙ.

12 июндә Халыҡ-ара "Евразия йөрәге - 2019" фестивале мәлендә ғәжәйеп сағыу тамаша - республика милли кейем байрамы үтәсәк.

Ҡатнашыусыларҙы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры майҙанында киске 6-ла йыйылырға саҡырабыҙ.

Парад киске сәғәт 7 тула 15 минуттан тигәндә башлана. Колонна Зәки Вәлиди урамы буйлап "Ватан" этнопаркына тиклем үтәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға